Версия для слабовидящих: Вкл Выкл Изображения: Вкл Выкл Размер шрифта: A A A
close-drop

Определена дата проведения Международного диктанта по башкирскому языку

Определена дата проведения Международного диктанта по башкирскому языку Согласно распоряжению, подписанному главой Республики Башкортостан Радием Хабировым, в 2020 году мероприятие будет организовано 25 апреля.
Напомним, 2020 год по предложению Всемирного курултая башкир объявлен Годом башкирского языка, разработана его концепция.
 

2020 йылдың 25 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 18 мартында сығарған 246-р һанлы Ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды менән берлектә 2020 йылдың 25 апрелендә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үткәрә.
Донъялағы эпидемиологик тороштоң киҫкен булыуын күҙ уңында тотоп, 2020 йылда Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн форматта ойошторола.
Халыҡ-ара белем биреү акцияһында ҡатнашыу өсөн алдан https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлеү үтеү мотлаҡ.
‼️25 апрелдә 11:00 сәғәттә (Өфө ваҡыты менән) “БСТ” каналында, “Бәйләнештә”, «Instagram» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» каналында дикторҙар диктант текстын тура эфирҙа уҡый башлай:
– 11:00 сәғәттән 11:20 тиклем – башҡорт телен яңы башлап өйрәнеүселәр өсөн;
– 11:30 сәғәттән 11:55 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашҡандар өсөн;
– 12:00 сәғәттән 12:20 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Һәр ҡатнашыусы диктантты өйҙә үҙ аллы яҙа ала. Яҙып бөткәндән һуң, диктант яҙылған ҡағыҙҙы фотоға төшөрөп (сканер аша үткәреп), 26 апрелдең 23:59 сәғ.  тиклем электрон почтаның bashkdiktant2020@mail.ru адресына йә +7 (927)950-02-66 Whatsapp һандарына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ https://bashkdictant.ru диктанттың рәсми сайтында онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге лә бар.
Онлайн режимда яҙыу мөмкинлеге булмағандар рәсми сайтта  26 апрелдең 22:00 сәғәтенә (Өфө ваҡыты менән) тиклем һаҡланған тура эфир яҙмаһын ҡарап, диктант яҙыуҙа ҡатнаша ала. Үрҙә һанап үтелгән ысулдарҙың береһе менән эште тикшерергә ебәрергә мөмкин.
Диктанттың темаһын һәм тексын ойоштороусылар билдәләй.
Диктантта ҡатнашҡан һәр кем электрон форматтағы ҡатнашыусы ????сертификатын ала. Сертификат???? кире бәйләнеш өсөн күрһәтелгән электрон адресҡа ебәрелә.
Белем биреү акцияһында теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн йәш тә, йәшәү урыны ла мөһим түгел.
Диктанттың рәсми һөҙөмтәләре 30 көн эсендә https://bashkdictant.ru сайтында урынлаштырыла.
Дикторҙар:
1. Башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр өсөн Заһир Зәйнетдинов (мультиинструменталист).
2. Башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн Флүрә Мурзина (“Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы).
3. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн Марсель Сәлимов (яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе).